

Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш, изге йөрәкле кеше ул, хәстәрлекле атай, олатай. Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары һәм ейәндәре.