Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн

Беҙҙең өсөн иң яҡын кешебеҙ яратҡан әнәйебеҙ, хәстәрләкле өләсәйебеҙ Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Саттарованы - 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөнРәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Әнәй, һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ҡәҙерле ғүмер, ауырымай- һыҙланмай, күңел тыныслығында, әтейебеҙ менән балаларығыҙҙың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙың Гөлшат, кейәүең Илшат, улдарың Рим, Рәүил, килендәрең Ризәлә, Эльмира, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең Әминә һәм Ралина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас