Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Әлиә Рөстәм ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны ҡотлайбыҙ! 

Тыуғанһың һин бары яҡшығаТыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле киленебеҙ һәм еңгәбеҙ – Әлиә Рөстәм ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы – 30 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, балаларығыҙҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт- дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткереп тормош иптәшең Илсур, ҡыҙың Илиза, улдарың Радмир һәм Асҡар, ҡәйнәң Нурия, апайҙарың Илүзә, Сөмбөл, еҙнәләрең Азамат һәм Илфат, Илнур абзыйың, Зилә еңгәң һәм дә уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас