Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лена Мирхәким ҡыҙы МЫРҘАҒОЛОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһынКүңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әнүәр, балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас