Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ Әлфинур Әхмәтшәриф ҡыҙы ВАНЮРКИНАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһенҒүмер юлың пар ҡанатлы үтһен
Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен

Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың –яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен,
Өҫтәлеңдә һыйҙар мул булһын.
Тормоштағы ҡылған изгелегең
Үҙеңә ҙур бәхет булып ҡайтһын.
Беҙҙән теләк һәр саҡ яҡты һиңә,
Шатлыҡ ҡына, гел изге,
Туғандарың менән гөр килешеп,
Һау-сәләмәт йәшә ғүмереңде.
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең һәм туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас