

Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, атай.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, атай, тормош юлдарында,
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Роза, улың Владик, киленең Алһыу, ейәнсәрҙәрең Айһылыу, Гүзәл, кейәүең Наил һәм ейәнең Ислам.