Тормош йәмле тик һин булғанға!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, хәстәрлекле ҡарт өләсәйебеҙ - Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны оло байрамы - 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Тормош йәмле тик һин булғанға!Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы ла бергә йыйып, берләштереп йәшәй. Уның туған йәнле, ихлас күңелле булыуына, алсаҡ йөҙлөлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәр беребеҙҙе иҫләп, ҡайғыртып, фатихаларын уҡып, изге кәңәштәрен биреп ултыра ул.
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Зифа, кейәүең Сахавил, улың Зөфәр, киленең Рәхимә, улың Әхмәт, киленең Филүзә һәм 7 ейән-ейәнсәрең, 15 бүлә-бүләсәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас