

Һөйөклөбөҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, әтейебеҙ менән бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡәҙерле, әней!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғаяз, ҡыҙҙарың Лилиә, Гөлсинә, улың Рәфис, киленең Гөлсинә, кейәүҙәрең Фаил, Ринат, ейән-ейәнсәрҙәрең Сулпан, Илнар, Рушан, Арсен, Ризат, Сафия.