Бәхеттәрең ҡояш кеүек булһын!

Хөрмәтле Нәсихә Сабирйән ҡыҙы НАУРАЗБАЕВАны 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!

Бәхеттәрең ҡояш кеүек булһын!Бәхеттәрең ҡояш кеүек булһын!
Бәхеттәрең ҡояш кеүек булһын!

50 йылдан артыҡ ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлап, поликлиника лабораторияһында фельдшер-лаборант булып хеҙмәт итеүсе, тәжрибәле, үтә лә яуаплы, талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған, барыбыҙға ла өлгө булып торған остазыбыҙ, коллегабыҙ, әлеге көндә хаҡлы ялда булған хеҙмәт ветераныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүен теләйбеҙ.
Киләсәктә лә аҡыллы, төплө кәңәштәрегеҙ менән беҙҙе ҡыуандырып, яҡындарығыҙҙың ихтирамына төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ғына, тыныс күңел менән именлектә ғүмер кисерергә яҙһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Башҡортостан Республикаһының Күмертау дәүләт бюджет ҡала дауаханаһы учреждениеһының диагностикалау клиника лабораторияһы коллективы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас