Балҡып торһон йөҙкәйең

Хөрмәтле, ҡәҙерле авзыйыбыҙ Ҡорбанғәли Фәйзрахман улы СӨЛӘЙМӘНОВты 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Балҡып торһон йөҙкәйеңБалҡып торһон йөҙкәйең
Балҡып торһон йөҙкәйең
Һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын, һаулығың ныҡлы булһын, һәр тыуар көн бәхетле хәтирәләр, яҡты уйҙар бүләк итһен. Иң мөһиме – сәләмәт бул, донъя мәшәҡәттәре өсөн көймә. Хоҙай һине күңел тыныслығынан айырмаһын, йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, аҡыллы кәңәштәрең менән барыбыҙға ла терәк булып, именлектә, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән Сынбулатовтар, Тәзетдиновтар ғаиләләре һәм уларҙың балалары.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас