Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Оҙаҡ йылдар ауыл мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткән, ауылым тип янып йәшәүсе, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған, хөрмәтле хаҡлы ялдағы старостабыҙ - Ҡорбанғәли Файзрахман улы СӨЛӘЙМӘНОВты күркәм байрамы - 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Ҡорбанғәли Файзрахман улы, һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ҡотлап оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙҙән – тыныслыҡ, тәнегеҙҙән – сихәт, тормошоғоҙҙан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Һаулыҡта, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарығыҙ менән бергә бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Тыуған ауылың, уның халҡы өсөн башҡарған барлыҡ изгелектәрең өсөн матур байрам көнөңдә һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, тағы оҙон-оҙаҡ йылдар ошо изгелектәрегеҙҙең игелектәрен күреп йәшәргә яҙһын!
Бәхеттәрең оҡшаш булһын,
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас