Йәшәү йәме юлдаш булһын

Абдул ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле мырҙабыҙ, ҡәйнешебеҙ Флүс Шәүкәт улы РӘЖӘПОВты йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Йәшәү йәме юлдаш булһынЙәшәү йәме юлдаш булһын
Йәшәү йәме юлдаш булһын

Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле кешебеҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормош иптәшең менән иҫәнлектә-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларыңдың бәхет-ҡыуанысын, изгелектәрен күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай ихлас, тырыш булып ҡал. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең - көләс, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын ине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Шәүрәт, еңгәң Рәмилә, апайҙарың Светлана, Фәнүзә һәм еҙнәләрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас