Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Яҡут ауылында тыуып-үҫкән ,әлеге мәлдә ошо ауылда йәшәгән апайыбыҙ, туғаныбыҙ Кусмаева Зөлфирә Айрат ҡыҙын ғүмеренең матур байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелепБәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән авзыйың Азат,еңгәң Венера,уларҙың балалары Юлиә, Оксана, Таһир, кейәуҙәре Марсель, Илнур, Рәсимә килен, барлыҡ туғандарың һәм яҡындарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас