Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәбеҙ, балаларыбыҙҙың яратҡан өләсәһе - Альмира Ишбулды ҡыҙы ИШБАЕВА үҙенең матур ғүмер байрамын - 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә!Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә!

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың исеменән улың Авзал.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас