

Лена Барый ҡыҙы, һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрегеҙ шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлығыҙ оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, яҡындарығыҙға терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын.
Һеҙгә ошо матур байрамығыҙҙа. ауылыбыҙға, уның халҡына күрһәткән намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, балаларығыҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергә-бергә, тағы оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерегеҙ, Алла бирһә.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙән һеҙгә әйтер теләктәр.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте.