

Һеҙгә атаһы таңдарығыҙ матур, киләһе көндәрегеҙ ҡояшлы, төндәрегеҙ айлы, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың, балаларығыҙҙың изгелеген-игелеген күреп ҡыуанып оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Әлегеләй шулай алсаҡ күңелле булып, беҙҙе ҡыуандырып бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып улдары Рифат, ҡыҙҙары Гөлфиә донъяға килә. Хәҙер үҙҙәре лә атай-әсәй инде, матур итеп донъя көтәләр. Балаларығыҙ бүләк иткән биш ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ уңыштарына ҡыуанып, улар менән һөйөнөп ғүмер кисерергә яҙһын. Ҡалған көндәрҙе лә матур итеп йәшәргә насип итһен.
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән
Бергә-бергә ғүмер итергә,
Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтергә.
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын,
Аяҡ-ҡулдарығыҙ булһын һыҙлауһыҙ.
Балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән
Оҙаҡ йәшәгеҙ һис бер ҡайғыһыҙ!
Ҡотлау менән Зәйнуллиндар, Даминовтар, Мәһәҙиевтар ғаиләләре.