Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ - Рәдүк Шәүәли улы ВӘХИТОВты оло байрамы - тыуған көнө менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһенКүҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырышып донъя көтә, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыбыҙҙы ла йыйып, берләштереп йәшәй.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Гөлгөнә, ҡыҙың Розалина, кейәүең Руслан, ейәнең Эмир, ейәнсәрең Эмма.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас