

Әтей, әней! Һеҙҙе зөбәржәт туйығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, иң изге, иң матур, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрегеҙҙе теләйбеҙ! Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек- ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ғүмерҙәр ҙә оҙон булһын, тибеҙ,
Бәхеттәр ҙә булһын ғүмерле.
Белеп йәшәгеҙ - беҙҙең өсөн
Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!
Изге теләктәр менән улдарығыҙ Венер, Марс, ҡыҙығыҙ Венера, килендәрегеҙ Рания, Ләйсән, Илүзә, ейәндәрегеҙ Ильнар, Ильмар, Альберт, Айҙар, Марат, бүлә-бүләсәләрегеҙ Эмиль, Розалина, Малик, Амелия.