

Балаларым бәхетле булһындар тип эшләгән изгелектәрең өсөн, беҙгә был тормошта йәшәргә көс биргән аҡыллы кәңәштәрең өсөн, сикһеҙ рәхмәттәр һиңә, ҡәҙерле әтейебеҙ. Беҙҙеӊ ныҡлы терәгебеҙ, кәӊәшсебеҙ, таянысыбыҙ. 40 йыл ауыл хужалығындағы хеҙмәтеңә тоғро ҡалып, хеҙмәттәштәреңдең ихтирамын яулап йәшәйһең. Һиӊә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, әней менән тигеҙлектә балаларыӊдыӊ ҡыуанысын, игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңә һөйөнөп бәхетле ғүмер кисереүеӊде теләйбеҙ.
Һиңә рәхмәт һүҙен, әтейебеҙ,
Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.
Үҫтерҙегеҙ беҙҙе, кеше итеп,
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә.
Рәхмәт, әтей, меӊ-меӊ рәхмәт,
Бар нәмәгә булдыӊ түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеӊде.
Аштар тәмле әней ҡулы менән,
Йорттар йәмле әтей тыны менән.
Йортобоҙҙоӊ утын һүндермәйсә,
Йәшәгеҙ һеҙ ҡайғылар күрмәйсә.
Иң изге теләктәр менән әнейебеҙ, балаларың, килендәрең, кейәүең, ейәндәрең.