Все новости

Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, хәстәрлекле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ Рәис Минибай улы РАХМАНҒОЛОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш изге йөрәкле кеше ул. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы иң изге яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙе һаҡланың, яҡланың, яраттың. Һин беҙҙең өсөн өлгө, үрнәк, терәк.
Беҙ һине яратабыҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нурия, улдарың Рәфис, Фәнис, килендәрең Олеся, Альбина, ҡыҙың Рәзинә, кейәүең Марат, ейәндәрең Айнур, Илнур, Динислам, ейәнсәрең Айдинә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: