Все новости

Йәшә, шатлыҡтарға күмелеп

Ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зөләйха Маркс ҡыҙы ШАҺМАНОВАны тыуған көнө һәм 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡайнар йөрәктән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Йәшә, шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә, шатлыҡтарға күмелеп

Ҡәҙерлебеҙ! Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, намыҫлы хеҙмәт менән үткән ғүмер юлың оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, атайыбыҙ менән, дуҫтар, туғандар ихтирамында, беҙ – балаларың игелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Тәлғәт, улдарың Айтуған, Айсыуаҡ, килендәрең Рәсилә, Зөһрә, ейәнең Салауат, ейәнсәрең Камила һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в