Все новости

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Ҡәҙерле Резеда Шәүкәт ҡыҙы ҠУНАҠБАЕВАны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле, тоғро ярҙамсы, изге күңелле кеше булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр урап үтмәһен. Бәхетле бул! Һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр табып йәшә. Яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың гел яныңда булһын! Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙән һеҙгә әйтер теләктәр.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Аҡһарының “Хазина” төркөмө.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: