Все новости

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Минең өсөн hөйөклө кеше Фәниә Төхфәт ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, ихлас теләктәремде еткерәм. 

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Ҡәҙерлем, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгем булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыбыҙҙың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъя йәмле, йәнле, ышаныслы, бәхетем тулы, уйҙарым яҡты. Тырышлығың, изге күңелең, хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәт һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да,
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәйес.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: