Все новости

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған яҡыныбыҙ Рузалия Мирас ҡыҙы АҠБУЛАТОВАны ғүмеренең матур байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең

Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған һөйөклөбөҙгә иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Беҙ һине ярҙамсыл, йомарт, сабыр холоҡло, эште еренә еткереп эшләүсе, кешелекле, тырыш туғаныбыҙ булараҡ яратабыҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, тормош иптәшең Вәли кейәү менән иҫәнлектә-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларыңдың бәхет-ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына һөйөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен!
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарығыҙ исеменән апайың Фәрзәнә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: