Все новости

Һин – был донъяла бер генә

Ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Фәниә Төхфәт ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВАны 70 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Һин – был донъяла бер генә
Һин – был донъяла бер генә

Ҡәҙерле әсәй! Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙҙе юбилейың менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Әсәй! Әсәкәйем! Әсәйем!!!
Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!
Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Айгөл, Айһылыу, Гүзәл, Альбина, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: