+4 °С
Облачно
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, хәстәрлекле кеше. Матур донъя көтә, балаларына ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, бар туғандарына ярҙам итеп йәшәй. Ғүмер байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын.
Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең һәм балаларың.