Все новости

Ғүмер миҙгелдәрең ҡотло булһын

Рәсимә Миниәхмәт ҡыҙы БИКБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Ғүмер миҙгелдәрең ҡотло булһын
Ғүмер миҙгелдәрең ҡотло булһын

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәсимә Миниәхмәт ҡыҙы БИКБАЕВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, Хоҙай һиңә рух ныҡлығы, сәләмәтлек һәм күңел йылыһын бер ҙә йәлләмәй бирһен. Бөтә яҡындарыңдан тупланған һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре, балаларыңдың, туғандарыңдың сикһеҙ хөрмәте һәр көнөңдө байрам итһен! Ғүмер миҙгелдәреңде ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен! Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә, тик яҡты, алһыу таңдарҙы ҡаршыларға яҙһын. Киләсәктә лә беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә, Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Назметдин, ҡыҙҙарың Русалина, Римма, Диана, Юлиә, кейәүҙәрең Руслан, Ахмед, Рифат, Айҙар һәм ейәнсәрҙәрең Карина, Самира менән ейәндәрең Данис, Рамазан, Дамир, Радмир.

Автор:
Читайте нас: