Все новости

Йылмай һин, бәхетле бул

Ләлә Йәләлетдин ҡыҙы ВАХИТОВАны ҡотлайбыҙ!

Йылмай һин, бәхетле бул
Йылмай һин, бәхетле бул

Ялсыҡай ауылы

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған кешебеҙ - Ләлә Йәләлетдин ҡыҙы ВАХИТОВАны тормошоноң күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, барыбыҙҙы ла яҡын күргән, изге йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсе беҙ булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Ләлә еңгәбеҙ һәм Фәнүр абзыйбыҙҙың иңгә иң терәшеп, матур тормошта бергә йәшәүҙәренә 35 йыл да тула. Яҡындарыбыҙҙы ошо айҡанлы ла ихлас тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә артабан да шулай матур пар булып, ныҡлы сәләмәтлектә, именлектә, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, бәхетле ғүмерҙә, бер берегеҙгә гел шулай терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың исеменән Таймаҫовтар һәм Хәмитовтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас: