Все новости

Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен

СОБХАНҒОЛОВ Мөнир Мөхәрәм улын ҡотлайбыҙ! 

Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған улыбыҙ, абзыйыбыҙ, мырҙабыҙ СОБХАНҒОЛОВ Мөнир Мөхәрәм улын матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ киленебеҙ, еңгәбеҙ Собханғолова Илүзә Усман ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Балаларығыҙҙы үҫтереп, уңыштарын күреп, ҡыуанып, шатланып йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.
Тормош юлдарығыҙ һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелегеҙ,
Оҙон ғумер, бәхет шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң изге теләктәр менән Собханғоловтар, Аҡбулатовтар, Уразбаевтар ғаиләһе.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: