Все новости

Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн

Беҙҙең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ, тормош иптәшем - КИНЙӘБАЕВА Нурия Мотаһир ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! 

Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең – атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Әйүп һәм ҡыҙҙарың.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: