Все новости

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Эльза Сәмиғулла ҡыҙы ВАСИЛЬЕВАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Оҙаҡ йылдар районыбыҙ, Керәүле-Илюшкин ауылы биләмәһе мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткән, халыҡ тип янып йәшәүсе, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған, әлеге көндә районыбыҙҙың Йәмәғәт палатаһын етәкләүсе хөрмәтле Эльза Сәмиғулла ҡыҙы ВАСИЛЬЕВАны күркәм байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Эльза Сәмиғулла ҡыҙы, һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ҡотлап оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙҙән – тыныслыҡ, тәнегеҙҙән – сихәт, тормошоғоҙҙан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Һаулыҡта, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарығыҙ менән бергә бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Районыбыҙ, ауылың, уның халҡы өсөн башҡарған барлыҡ изгелектәрең өсөн матур байрам көнөңдә һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, тағы оҙон-оҙаҡ йылдар ошо изгелектәрегеҙҙең игелектәрен күреп йәшәргә яҙһын!
Бәхеттәрең оҡшаш булһын,
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в