Все новости

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр...

Илдар Радик улы КӘРИМОВты ҡотлайбыҙ!

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр...
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр...

Ҡәҙерле улыбыҙ, абзыйыбыҙ, тормош иптәшем, әтейем Илдар Радик улы КӘРИМОВты 30 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Ул тыуһа илгә терәк, ҡыҙ тыуһа илгә биҙәк тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Улыбыҙ беҙгә терәк-таяныс. Һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер генә тора. Кәңәштәре лә бик урынлы. Киленебеҙ Зилә менән матур итеп донья көтәләр. Сафия исемле ейәнсәребеҙҙе үҫтерәләр. Ҡыҙҙары ла үҙҙәренә терәк-таяныс, игелекле булып үҫһен. Иншаллах.
Улыбыҙ, абзыйыбыҙ, тормош иптәшем, әтейемә донъялағы барлыҡ изге теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ.
Беҙ һиңә сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар, мул тормош, еңел булмаған эшеңдә уңыштар ғына теләйбеҙ.
Яҡындарыңдың, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың хәрмәтен тойоп, игелеген, таянысын күреп, хәсрәтһеҙ, хәйерле, парлы оҙон ғүмер менән йәшәргә насип булһын!!!
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ,
Шатлыҡ менән, оҙон ғүмер менән
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрам менән матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып,
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Ҡотлау менән әтейең, әнейең, туғандарың Айгөл, Илнар, тормош иптәшең Зилә, ҡыҙың Сафия.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: