Все новости

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Раил Шамил улы ХӘМИТОВты ҡотлайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Раил Шамил улы ХӘМИТОВты 70 йәшлек юбилейың менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Фәүриә, улың Роберт, ҡыҙҙарың Флүзә менән Рәмилә, кейәүҙәрең Илнур, Азамат, киленең Динара һәм ейән-ейнәсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: