Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Февраля 2023, 12:29

"Таймаҫ Джунаһы"

 Мәүлиҙә МӘҠСҮТОВАны ҡотлайбыҙ!

"Таймаҫ Джунаһы"
"Таймаҫ Джунаһы"

Күмертау ҡалаһында ғүмер итеүсе ҡәҙерле еңгәбеҙ, нурлы инәйебеҙ, хажиә Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы МӘҠСҮТОВАны матур ғүмер байрамы - 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Мәүлиҙә инәй оло йөрәкле, изге күңелле, алсаҡ кеше. Оҙаҡ йылдар Таймаҫ совхозында һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Тормош һынауҙарына бирешмәй, бер үҙе биш баланы үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Бөгөн ул балаларына ғәзиз әсәй ҙә, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ҙә, ҡарт өләсәй ҙә!
Хоҙай Тәғәлә инәйебеҙгә кешеләргә ярҙам итһен өсөн дауалау көсө биргән.
Ул үҙенең шифалы тыны һәм ҡулдары менән тирә-яҡта дан алған. Уның ярҙамы менән нисә кеше рәхәтләнеп йүгереп йөрөй, нисә бәпес донъяға ауаз һалған, нисә кеше ятҡан еренән тороп, кинәнеп донъя көтә! Мәүлиҙә инәй халыҡ табибәһе бурысын лайыҡлы башҡара: уның өйөнән ярҙам һорап килгән кешеләр өҙөлмәй, саҡырһалар, йыраҡ араларҙы яҡын итеп, барып та дауалай. Уны "Таймаҫ Джунаһы" тип яратып йөрөтәләр.
Еңгәбеҙҙең тормошто һөйөүе, һәр ваҡытта ла йылмайып тороуы, ихлас, көслө булыуы менән һоҡланабыҙ. Уның төплө, фәһемле кәңәштәре беҙгә һәр ваҡыт кәрәк.
Ҡәҙерле Мәүлиҙә еңгә, инәй! Тыуған көнөң ҡотло булһын! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, йән тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңдың, яҡындарыңдың һөйөүенә, ихтирамына төрөнөп, уларға нур өләшеп, бәхетле оҙон ғүмер ит! Ҡылған изгелектәрең үҙеңә шатлын-ҡыуаныс булып меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Ҙур рәхмәт һиңә!
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Ихтирам менән Рыҫҡоловтар, Мәҡсүтовтар, Абдуллиндар ғаиләләре һәм уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: