Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Февраля 2023, 10:48

Матур йәшәргә насип иһен!

Рәмилә САБИРОВАны ҡотлайбыҙ!

Матур йәшәргә насип иһен!
Матур йәшәргә насип иһен!

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Рәмилә Яҡуп ҡыҙы САБИРОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ ябайлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә тартып тора, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө – уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та. Беҙ һәр ваҡыт уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ.
Һөйөклөбөҙ! Һине матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осорона етеүең менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Артабан да яҡындарыңдың изгелеген күреп, уларҙың хөрмәтенә төрөнөп, беҙгә терәк-таяныс булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшәргә Хоҙай насип иһен!
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,
Беҙ барыбыҙ ҙа ошо теләктә.
Бөгөндәй шат йылмайған йөҙөң
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлфиә, Дилә, кейәүең Артур, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Сафина, ейәндәрең Солтан менән Эрик.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: