Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Февраль 2023, 06:47

Һин булмаһаң әгәр...

Гөлсирә БАЯЗИТОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин булмаһаң әгәр...Һин булмаһаң әгәр...
Һин булмаһаң әгәр...

Яҡуп ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле тормош иптәшем, әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ Гөлсирә Биктимир ҡыҙы БАЯЗИТОВАның тыуған көнө! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ!
Ҡотлау менан тормош иптәшең Хәмит, улың Марсель, киленең Илүзә, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Айҙар һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас