

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, улыбыҙ, мырҙабыҙ Рауил Тимерйән улы ҠАҘАҠБАЕВты тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙҙең менән бергә, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡотлауҙар менән ҡыҙҙарың, улың, тормош иптәшең, ата-әсәйең, һылыуың, мырҙаларың.