

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улым, тормош иптәшем, атайыбыҙ Илдус Сәфәрғәли улы ХӘЙБУЛЛИНды алтын юбилейы - 50 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ 1973 йылдың 3 февралендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Хәйбуллиндарҙың тырыш ғаиләһендә тәрбиәләнә, мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙаҡстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң «Искра» ауыл хужалығында хеҙмәт юлын башлай.
Шул көндән бирле Тыуған еренә бирелеп, атай нигеҙендә ғаилә ҡороп, өлкәндәргә таяныс, йәштәргә үрнәк булып йәшәй беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Уңған,тырыш, хәстәрлекле, абруйлы атайыбыҙ , һөйөклө тормош иптәшемә һаулыҡтың ныҡлығын, ғүмерҙең оҙонон, бәрәкәтле мул тормошта беҙгә ныҡлы терәк булып, изгелектәр һәм ҡыуыныс -шатлыҡтарыбыҙға төрөнөп, уңыштарабыҙға һөйөнөп бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Иң изге теләктәр менән атайың, һөйөклө ҡатының, улдарың Салауат һәм Азамат.