Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Февраля 2023, 06:27

Бергәләшеп әле бик күп тапкыр...

Илдус ХӘЙБУЛЛИНды ҡотлайбыҙ!

Бергәләшеп әле бик күп тапкыр...Бергәләшеп әле бик күп тапкыр...
Бергәләшеп әле бик күп тапкыр...
Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле класташыбыҙ Илдус Сәфәрғәли улы ХӘЙБУЛЛИНды 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурыһын юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңеленде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Йән тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, эшеңдә ҙурҙан-ҙур уңыштар, күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Һәр ваҡытта ла шулай шат, изге күңелле булып ҡал. Киләсәктә лә шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын!
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Бергәләшеп әле бик күп тапкыр
Үткәреребеҙ тыуған көндәрҙе.
Иллене генә түгел, алтмыш, етмеште лә,
Һикһән, туҡһан, хатта йөҙҙәрҙе.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ класташтарың исеменән Вәкил.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас