Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Февраля 2023, 06:47

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең

Илсур ӘХТӘМОВты ҡотлайбыҙ!

Үтһен гөрләп һинең ғүмереңҮтһен гөрләп һинең ғүмерең
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең
Илкәнәй ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған кешебеҙ, һөйөклө улым, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ һәм олатайыбыҙ - Илсур Сәйфетдин улы ӘХТӘМОВты матур ғүмер байрамы - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә әнейебеҙ менән бергә парлы булып, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Ғәмбәр, тормош иптәшең Гөлгөнә, улың Илнур, ҡыҙҙарың Зөлиә һәм Зөлфиә, кейәүең Линар, ейәнең Алан.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас