Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Февраль 2023, 05:46

Гел ҡояшлы булһын көндәрегеҙ

Марс һәм Малик ЕМИЛОВтарҙы ҡотлайбыҙ!

Гел ҡояшлы булһын көндәрегеҙГел ҡояшлы булһын көндәрегеҙ
Гел ҡояшлы булһын көндәрегеҙ

Яҡуп ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Марс Әкрәм улы ЕМИЛОВ 70 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай.
Ошо уңайҙан ҡайнар ҡотлап, уға иң йылы һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә.
Атайыбыҙ эргә-тирәһендәгеләргә изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл кеше. Яҡыныбыҙҙың кешелеклелеге, егәрлелеге, эшсәнлеге – беҙгә һәр ваҡыт өлгө.
Атай! Сабырлығың, беҙ тип янып-көйөүҙәрең, йоҡоһоҙ төндәрең, изге йөрәгең, беҙ тип ағарған сәстәрең алдында баш эйәбеҙ! Ҡайҙа ғына булһаҡ та аҡыллы кәңәштәрең, изге һүҙҙәрең, күңел йылың беҙгә йәшәү дәрте өҫтәй.
Был бәхетле көндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ.
Шулай уҡ улыбыҙ, туғаныбыҙ Малик Марсель улы ЕМИЛОВ та үҙенең тыуған көнөн ҡаршылай. Уны ошо байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Уҡыуыңды уңышлы тамамлап, үҙең теләгән эшкә керергә яҙһын. Һынауҙарға бирешмә, көрәш майҙандарында беренселекте бирмә, гел алға атла.
Ҡотло булһын тыуған көндәрегеҙ,
Гел ҡояшлы булһын көндәрегеҙ.
Фәрештәләр генә юлдаш булһын,
Бәхет менән үтһен ғүмерҙәрегеҙ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас