Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Февраль 2023, 05:06

Көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

Фәсхетдин БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ!

Көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!Көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Фәсхетдин Ғисметдин улы БИКМАЕВты ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ,һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәҙинә, улың Вәкил, киленең Рәмилә, ейәндәрең Рәмил, Вәсил.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас