Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Февраль 2023, 04:46

Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Фәрғәт Юнир улы АКЧУРИН!

Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәреңҠояш кеүек балҡый йөҙҙәрең
Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең

Беҙ һине ихлас күңелдән тыуған көнөң 60 йәшлек юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Һиңә буған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, миһербанлы, саф күңелле әтейләр бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа , һаҡлаусыбыҙ ҙа. Үҫтерҙең, кеше иттең, мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә әней менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта ҡартайырға насип булһын!
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер көҙҙәрең.
Ғүмер үтә тиеп моңһоуланма,
Өмөт гөлкәйҙәрең һүнмәһен.
Алтын төҫөндәге яҡты көндәр,
Барыр юлдарыңды биҙәһен.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп,
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәсилә, балаларың Нәфис, Нәйлә, Фәнүс, Илгиз, кейәүең Рифат, киленең Фидалия, ейән-ейәнсәрҙәрең Рияз, Риназ, Кәрим, Самира.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас