

Абдул ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ, балаларға белем биреүгә 35 йыл ғүмерен арнаған изге йөрәкле уҡытыусыбыҙ Фәрғәт Юнир улы Акчуринды тыуған көнө -60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Алсаҡлығы, ябайлығы, ярҙамсыллығы менән ихтирам ҡаҙанған хөрмәтле коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ , эшендә уңыштар, тормошоноң матур миҙгелдәргә бай булыуын, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, рух ныҡлығы юлдаш булһын. Ғаиләңә терәк, йәштәргә үрнәк булып, тормоштан йәм табып, йән тыныслығында, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп гөрләтеп йәшәргә яҙһын. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Фәрғәт Юнир улы!
60 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарығыҙ.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барһын саптарығыҙ.
60 йәш - ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Яҙһын татып йәшәү йәмдәрен.
Иң изге теләктәр менән Абдул урта мәктәбе коллективы.