

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Флюз Фәрәхетдин улы ХӨСӘЙЕНОВты матур ғүмер байрамы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Атай, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң ҡаршы алғанына беҙ сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙ балаларыңдың изгелеген генә күреп, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, атай!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсиә, ҡыҙҙарың Фәнилә, Зарина, Әлфинә, улың Айгиз, киленең Зөлфирә, кейәүең Илдар һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Әдилә, Иҙрис, Лиана, Аяз, Асель.