

Бахмут ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡартәсәйебеҙ Тәнзилә Хөрмәт ҡыҙы ҒҮМӘРОВАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, күңел тыныслығы, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, артабан да бергә-бергә бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Әсәй бит ул өйҙөң йылыһы,
Әсе елдән ҡаплай балаһын.
Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә,
Һаҡлай беҙҙе һинең фатихаң.
Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй
Тән сихәтен, күңел тыныслығын.
Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың
Шатлыҡ ҡыуаныстарға тулһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Закир, улдарың Рөстәм, Ринат, киленең Мәүлиҙә, ейәнең Радмир, ейәнсәрең Азалия