Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
7 Февраля 2023, 16:13

Тыныс булһын һәр саҡ күңелең

Алик АҘНАБАЕВты ҡотлайбыҙ!!! 

Тыныс булһын һәр саҡ күңелең
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең

Абдул ауылы
Хөрмәтле ҡоҙабыҙ Алик Рәшит улы АҘНАБАЕВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!!! Был матур юбилейың көнөндә, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәреңдең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ. Ғүмер иртәләрен бәхеттә, балалар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, Ғәзимә ҡоҙағыйыбыҙ менән бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың,
Яҡындарға, дуҫ-туғандарға,
Һәр саҡ яҡты булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең!!!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Әмир, ҡоҙағыйың Руфия, кейәүең Радмир, ҡыҙың Альмира, ейәнең Таһир, ейәнсәрең Камилә Ғайсиндар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: