Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Февраля 2023, 12:39

Һеҙ булғанға, беҙ бәхетле

 Илгиз ИҪӘНСУРИНды ҡотлайбыҙ!  

Һеҙ булғанға, беҙ бәхетле
Һеҙ булғанға, беҙ бәхетле

Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған атайыбыҙ, кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ, Таймаҫ ауылының иң оло һәм хөрмәтле кешеләренең береһе Илгиз Шиһап улы ИҪӘНСУРИН 86 йәшен билдәләй. Шул сиратта, яратҡан әсәйебеҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ, инәйебеҙ Рәфиға Сәлих ҡыҙы Иҫәнсурина менән тормош юлдарын бергә бәйләүҙәренә 60 йыл айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең яҡындарыбыҙҙың йәш саҡтары ауыр заманға тура килә, әммә улар барлыҡ тормош һынауҙарын үтеп, тырышып эшләп һаҡлы ялға сығалар. Мөхәббәт емештәре булып өс улдары донъяға килә. Илгиз Шиһап улы ғүмер буйы тракторсы, Рәфиға Сәлих ҡыҙы һауынсы булып эшләйҙәр.
Ҡәҙерлеләребеҙ икеһе лә йомшаҡ күңелле, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл кешеләр. 60 йыл эсендә улар баштарынан ҡайғыһын да, шатлығында үткәргән. Шул саҡта бер-береһенә терәк булып, ошо көнгәсә етеүҙәренә беҙ һөйөнәбеҙ.
Беҙҙең ғәзиз кешеләребеҙ! Киләһе көндәрегеҙ тыныс, атаһы таңдарығыҙ яҡты булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бер-берегеҙгә терәк булып, пар аҡҡоштарҙай оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерегеҙ. Бәхетле ҡартлыҡта балаларығыҙҙың изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн,
Рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандар исеменән Дилә, Гәүһәр Зәйнуллиналар, Иҫәнсуриндар, Солтангәрәевтар, Зәйнуллиндар ғаиләләре һәм 6 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: