Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Февраль 2023, 09:32

Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Алик АҘНАБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Килер көндәрең бәхет менән тулһынКилер көндәрең бәхет менән тулһын
Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Абдул ауылы
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ - Алик Рәшит улы АҘНАБАЕВты күркәм тормош байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡоҙабыҙ, Алик Рәшит улы, тормош юлын бик лайыҡлы һәм маҡтаулы үтә. Тормош иптәше, ҡоҙағыйыбыҙ Ғәзимә менән бер ул һәм бер ҡыҙға лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар, бөгөнгө көндә лә балаларына ярҙам итеп, уларға терәк-таяныс булып йәшәйҙәр.
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ һине ошо матур юбилейың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Атыр таңдарың, күңелең – тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын татып, Ғәзимә ҡоҙағыйыбыҙ менән артабан да матур пар булып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Илшат һәм ҡоҙағыйың Зинфира Түләковтар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас