

Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө атайыбыҙ, ҡайным һәм хәстәрлекле олатайыбыҙ - Алик Рәшит улы АҘНАБАЕВты матур юбилейы - 65 йәше тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә әнейебеҙ менән бергә парлы булып, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән улың Альмир, киленең Эльвира һәм ейәнең Айгиз.